газета "Салауат"
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Ғинуар 2020, 22:25

Дарыу дауалай ҙа, ағыулай ҙа

Былтыр Рәсәйҙә ғинуар - сентябрь айҙарында медицина препараттарын файҙаланыу һөҙөмтәһендә 251 кеше һәләк булған.

Былтыр Рәсәйҙә ғинуар - сентябрь айҙарында медицина препараттарын файҙаланыу һөҙөмтәһендә 251 кеше һәләк булған.
Был хаҡта Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт етәксеһе Михаил Мурашко белдерҙе.
Белгестәрҙең әйтеүенсә, 25 үлем осрағының сәбәбе - медицина учреждениеларында ҡулланылған дарыуҙар. 25 пациент лидокаиндың кардиотоксик тәьҫиренән һәләк булған.Табиптар токсик шок кисергән ауырыуҙарға ваҡытында ярҙам итә алмаған.
Ғөмүмән, дарыуҙар менән һаҡ мөғәмәлә итеү мөһим. Үҙ белдегең менән һатып алып эсеүҙең үкенесле тамамланыуы бар, тип иҫкәртә "Роспотребнадзор" белгестәре.
Фото: zen.yandex.ru
Автор: Дина Арсланова ("Башҡортостан" гәзитенән) https://bash.rbsmi.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/Dariu-daualay-a-a-iulay-a-83013/
Читайте нас: