газета "Салауат"
+24 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Ғинуар 2020, 16:25

Яңы вирус таралған тиме?

Табиптар саң ҡаға.

Табиптар саң ҡаға. Ҡытайҙың Хубэй провинцияһындағы Ухань ҡалаһында коронавирустың яңы төрө табылған. Ҡала һаулыҡ һаҡлау комитетында әлеге вирус килтереп сығара торған ауырыуҙың беренсе симптомдары тураһында һөйләгәндәр. Был турала "РИА-Новости" хәбәр итә.
Табибптар әйтеүенсә, ауырыу юғары температура һәм йүтәл менән башлана. Беренсе этапта ауырыу еңел формала үтә. Әммә өлкән йәштәгеләрҙә һәм башҡа сирҙәре булған кешеләрҙә ул ауыр формаға күсергә мөмкин.
Белгестәр тикшеренеү үткәргәндән һуң, сирлеләрҙең күпселегенең диңгеҙ продукттарын күпләп һатыу баҙарында булғанлығы асыкланған.
Яңа типтағы коронавирусты Ҡытай белгестәре 7 ғинуарҙа асыҡлаған. 11 ғинуарҙа Ухань ҡалаһында, ошо яңы төр коронавирус килтереп сығарған пневмония арҡаһында 61 йәшлек ир үлгән, тип хәбәр ителә. Барлығы 40 кешегә шундай диагноз ҡуйылған.
700-ҙән артыҡ кеше медицина күҙәтеүе аҫтында тора, шуларҙың 400-ҙән ашыуы - ауырыуҙар менән турынан-туры бәйләнештә тороусы медицина хеҙмәткәрҙәре.
Читайте нас: