Роспотребнадзор хеҙмәте йыл дауамында төрлө темалар буйынса «ҡыҙыу линия»лар ойоштороуҙы планлаштырған. Уның 8 800 555 49 43 Берҙәм консультация телефоны һәм Республика буйынса идаралыҡтың 8 800 700 90 30 «ҡыҙыу линия» телефоны аша граждандарҙың һорауҙарына яуап биреләсәк.
«Ҡыҙыу линия» телефондары дүшәмбенән йомаға тиклем иртәнге сәғәт 10-дан көндөҙгө 4-кә ҡәҙәр эшләй. 20 ғинуарҙан 3 февралгә тиклем Роспотребнадзор белгестәре һөт продукциялары сифаты һәм хәүефһеҙлеге буйынса һорауҙарға яуап бирә. 17 февралдән 2 мартҡа тиклем мәктәптәрҙә автоматтар аша бирелгән аҙыҡ-түлек менән туҡланыу һорауҙары буйынса мөрәжәғәт итергә була.