газета "Салауат"
-15 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Ғинуар 2020, 15:40

Республика Башлығы тәүге тапҡыр конькиға баҫҡан

Республика Башлығы Радий Хәбиров беренсе тапҡыр конькиға баҫҡан. Был хәл “Өфө-Арена” боҙонда булған. Ошо хаҡта “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы хәбәр итә, улар республика етәксеһенең социаль селтәрҙәге шәхси сәхифәһендә донъя күргән мәғлүмәткә һылтанған.

Радий Фәрит улы тәьҫораттары менән бүлешеп:
– Вәғәҙәләрҙе үтәргә кәрәк. Бынан бер йыл элек мин үҙебеҙҙең “Салауат Юлаев” командаһы егеттәренә, әгәр конференция финалына сыҡһалар, хоккей уйнай башлайым, тип вәғәҙә биргәйнем. Улар һүҙендә торҙо. Шуға ла бөгөн хоккейсы кейемен кейеп, тәүге тапҡыр конькиға баҫтым, боҙға сыҡтым. Еңел түгел, әммә мин ныҡыш кеше, өйрәнәсәкмен, – тигән.
Хоккей - етеҙ һәм ныҡышмал кешеләрҙең уйыны, ул сәләмәтлекте нығытып ҡына ҡалмай, рухты һәм кәйефте лә күтәрә. Радий Фәрит улына яңы башланғыста уңыштар юлдаш булһын!
Фото: bashinform.ru
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: