Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Ғинуар 2020, 11:15

Пенсияны индексациялау тураһындағы пункт Конституцияны боҙмаясаҡ

Дәүләттең пенсияны индексациялау тураһындағы бурыстарын Конституцияға индереү төп закондың икенсе бүлегенең тәртибен боҙмаясаҡ, әммә шул уҡ ваҡытта бына эшләү кәрәклеге теркәлеп ҡуйыласаҡ, тип белдерҙе РФ Президенты Владимир Путин эшлекле төркөм менән осрашыуҙа.

- Беренсе бүлеккә лә, икенсеһенә лә ҡағылмайбыҙ, беҙ тик өҫтәйбеҙ генә. Мәҫәлән, пенсияны индексациялауға килгәндә, ул Конституцияла юҡ. Әгәр беҙ Конституцияға дәүләттең пенсияны индексациялау тураһындағы бурыстарын индерәбеҙ икән, был бер нисек тә Конституцияның икенсе бүлегенең тәртибен боҙмай, әммә шул уҡ ваҡытта бына эшләү кәрәклеге теркәлеп ҡуйыла, - тине Путин.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, дәүләт был бурысты һәр ваҡытта ла үтәмәне.
- Халыҡ, пенсия алыуҙан тыш башҡа килем алыу мөмкинлектәре булмаған пенсионерҙар алдындағы социаль бурыстарҙы үтәүҙән дә мөһимерәк нәмә юҡ, тип иҫәпләйем. Конституцияны боҙоусылар булмаҫ, сөнки был үтә лә мөһим нәмә, - тип өҫтәне президент.
Шулай уҡ Конституцияла минималь эш хаҡы күләмен йәшәү минимумына тигеҙләүҙе нығытыу идеяһы менән дә шундай уҡ хәл, тип билдәләне Путин. “Ул тиҫтә йылдарға гарантияланған булырға тейеш”, - тине ул.
#ВладимирПутин
Читайте нас: