газета "Салауат"
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Ғинуар 2020, 15:35

Ике йыл алдан сығырға мөмкин

Рәсәйҙә пенсияға тиҙ арала сығыу өсөн ир-аттың страховкалау стажы – егерме биш, ә ҡатындарҙың егерме йылдан кәм булмаҫҡа тейеш. Рәсәй Хеҙмәт министрлығы ошо хаҡта хәбәр итте.

Рәсәйҙә пенсияға тиҙ арала сығыу өсөн ир-аттың страховкалау стажы – егерме биш, ә ҡатындарҙың егерме йылдан кәм булмаҫҡа тейеш. Рәсәй Хеҙмәт министрлығы ошо хаҡта хәбәр итте.

Әгәр ҙә кеше хәүефле, һаулыҡҡа зыян килтереүсе йәки ауыр производствола эшләһә, уға был эш төрөнә кәрәкле хеҙмәт стажы булдырырға кәрәк, тип билдәлә­неләр ведомствола. Пенсияны алдан алыу мөмкинлеген ҡулланыу өсөн, гражданға эштән киткәс йәки ҡыҫҡартылып бушатылғас, “эшһеҙ” тигән статусты рәсми рәүештә теркәргә кәрәк. Шул уҡ ваҡытта гражданға хеҙмәт биржаһынан эшкә саҡырыу тәҡдим ителһә, кеше баш тартырға тейеш түгел һәм ҡы­ҙыҡһыныу күрһәтергә тейеш.

Кәмендә тәҡдим ителгән ике вакансияға тотоноп ҡарарға кәрәк һәм бер нисек тә өйрәнеү курстарынан баш тартырға ярамай. Әгәр эшкә урынлашыу мөмкин булмаһа, гражданға ваҡытынан алда пенсияға сығырға тәҡдим ителә. Кеше риза булған осраҡта, Рәсәй Пенсия фондына ғариза менән мөрәжәғәт итергә тейеш.

Банкротлыҡ, ликвидациялау йәки предприятиела күпләп ҡыҫҡар­тылыу осраҡтарында, Рәсәйҙең пенсия алды гражданы пенсия тәғәйенләүҙе һорап мөрәжәғәт итә ала. Шул уҡ ваҡытта граждандың эшкә урынлашыуға бәйле ауыр­лыҡтары булырға тейеш. Шул осраҡта пенсияны ике йыл алдан билдәләй алалар.

Автор: Лилиә ДӘҮЛӘТБӘКОВА әҙерләне ("Башҡортостан" гәзитенән) https://bash.rbsmi.ru/articles/sotsial-m-s-l/ike-yyl-aldan-sy-yr-a-m-mkin/
Читайте нас: