Республикала бер нисә йыл инде социаль туризм республика программаһы эшләп килә. Уның буйынса туристик путевкалар хаҡының бер өлөшөн ҡаплау өсөн бюджет средстволары иҫәбенә пенсионерҙарға һәм инвалидтарға субсидия биреү ҡаралған.
Программала Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә теркәлгән һәм йәшәгән хаҡлы ялдағы граждандар ҡатнаша ала. Социаль туризм программаһына инергә теләүселәр ҡалабыҙҙың Ленин урамы, 11 адресы буйынса урынлашҡан Күп функциялы үҙәккә мөрәжәғәт итә ала. Үҙегеҙ менән паспорт, ИНН, пенсия таныҡлын алырға кәрәк.