Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров беренсе тапҡыр конькиға баҫты. Дебют “Өфө-Арена” боҙонда уҙа. Алынған тәьҫораттары менән республика етәксеһе “Facebook”тағы битендә уртаҡлашҡан.
“Вәғәҙәләрҙе үтәргә кәрәк. Бер йыл элек мин “Салауат Юлаев” командаһындағы егеттәренә, конференция финалына сыҡһағыҙ, хоккей уйнай башлаясаҡмын, тип вәғәҙәләгән инем. Улар ул сағында һүҙендә торҙо. Һәм бына бөгөн мин беренсе тапҡыр коньки, хоккейсы формаһын кейҙем дә, боҙға сыҡтым. Ауыр, әммә мин ныҡышмал кеше, өйрәнәсәкмен”, - тип яҙған Радий Хәбиров.