газета "Салауат"
+11 °С
Облачно
Новости
17 Января 2020, 06:15

Беҙҙекеләр - "Йәшел аҙна"ла

Берлинда бөгөн, 17 ғинуарҙа, 85-се Халыҡ-ара “Йәшел аҙна - 2020” күргәҙмә-йәрминкәһе эш башлай. 26 ғинуарға тиклем дауам итәсәк сарала Рәсәйҙең 18 төбәге ҡатнашасаҡ. Улар араһында Башҡортостан да бар.

Былтыр был сарала 400 мең самаһы кеше ҡатнашҡан, 61 ил үҙ экспозицияһын ҡуйған. Быйыл бөтә илдән 1800 экспонент ҡатнашыуы көтөлә. Күргәҙмә сиктәрендә 300 техник конференция үтәсәк.
Рәсәй етештереүселәренең ҙур күләмле экспозицияһы “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектының стратегик башланғыстарын тормошҡа ашырыуға ярҙам итәсәк.
Башҡортостан делегацияһын республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары - ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов етәкләйәсәк. Үҙ тауарҙарын “Башҡортостан продукты”, “Пышка”, “Стәрлетамаҡ икмәк комбинаты”, “Рус игене”, “Турбаҫлы бройлеры”, “Башспирт” кеүек Башҡортостандың ҙур компаниялары тәҡдим итәсәк.
#Миллипроекттар
Читайте нас