газета "Салауат"
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Ғинуар 2020, 15:50

Алданыусылар арта бара

Беҙҙең ҡалала мутлашыусылар ҡулынан зыян күргән кешеләрҙең һаны артҡандан-арта бара. "Тоҙаҡ"ҡа, айырыуса, өлкән йәштәге кешеләр эләгә.

Беҙҙең ҡалала мутлашыусылар ҡулынан зыян күргән кешеләрҙең һаны артҡандан-арта бара. "Тоҙаҡ"ҡа, айырыуса, өлкән йәштәге кешеләр эләгә. Әле яңыраҡ ҡына оло йәштәге ҡатынға шылтыратып, уның картаһына тиҙҙән 15 миллион һум аҡса күсерәләсәге тураһында хәбәр иткәндәр. Ҡыуанысынан, был ханым сумманың "һалым"ын тңләгән һәм ике аҙна буйы вәғәҙәләнгән аҡсаны көткән. Улай ғына ла түгел, 14 көн буйы үҙенә шылты­ратҡан кешенең һүҙҙәренә ышанып, ошо ирҙең “хеҙмәттәш”тәренең электрон “янсығы”на бер миллион һумдан ашыу аҡса күсергән. Был сумманың 700 мең һумы - ашығыс рәүештә алынған кредит. Абайыраҡ булайыҡ, йәмәғәт!
Читайте нас: