Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Ғинуар 2020, 10:30

Владимир Путин Премьер-министр вазифаһына кемде тәҡдим иткән?

Рәсәй Хөкүмәтенең отставкаға ебәрелгәнен хәбәр иткәйнек инде. Премьер-министр Дмитрий Медведев та вазифаһынан бушатылды. Һуңынан уның урынына Рәсәй Президенты Владимирдың Путин Федераль һалым хеҙмәте етәксеһе Михаил Мишустиндың кандидатураһын тәҡдим итеүе лә асыҡланды.

Рәсәй Хөкүмәтенең отставкаға ебәрелгәнен хәбәр иткәйнек инде. Премьер-министр Дмитрий Медведев та вазифаһынан бушатылды. Һуңынан уның урынына Рәсәй Президенты Владимир Путин Дәүләт Думаһына Федераль һалым хеҙмәте етәксеһе Михаил Мишустиндың кандидатураһын тәҡдим итеүе лә асыҡланды.
Унан алда Владимир Путин Михаил Мишустин менән эшлекле осрашыу үткәргән, уға юғары вазифаны биләргә тәҡдим иткән. Ризалығын алғас, был ҡарар Рәсәй Дәүләт Думаһына еткерелгән.
Михаил Мишустин Федераль һалым хеҙмәтенә 2010 йылдың апреленән етәкселек иткән. Уға ай ярымдан 54 йәш тула. Һәр хәлдә политологтар уны көслө идарасы тип иҫәпләй.
#ВладимирПутин
Читайте нас: