газета "Салауат"
+12 °С
Облачно
Новости
16 Января 2020, 04:45

Иң яҡшы мәктәптәр грант аласаҡ

Белем биреүҙең сифатын күтәреү һәм үҫешкә йүнәлешле социаль мөхит булдырыу маҡсатында төбәк Башлығы Радий Хәбиров мәғариф өлкәһендә Башҡортостан Башлығы гранттарын булдырыу тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы. Был эш "Мәғариф" милли проекты бурыстарына ярашлы башҡарыла.

Белем биреүҙең сифатын күтәреү һәм үҫешкә йүнәлешле социаль мөхит булдырыу маҡсатында төбәк Башлығы Радий Хәбиров мәғариф өлкәһендә Башҡортостан Башлығы гранттарын булдырыу тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы. Был эш "Мәғариф" милли проекты бурыстарына ярашлы башҡарыла. Хәҙер белем биреү өлкәһендә юғары ҡаҙаныштарға ирешкән мәктәптәр бер миллион һумлыҡ грант алыу мөмкинлегенә эйә. Улар уҡыу йылы һөҙөмтәләре буйынса иң яҡшы 10 ҡала һәм 10 ауыл дөйөм белем биреү мәктәбенә тапшырыласаҡ.
#Миллипроекттар
Читайте нас