Кисә Рәсәй Хөкүмәте тулы составта отставкаға китте.
Премьер-министр Дмитрий Медведев фекеренсә, Президенттың Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһе ваҡытында Конституцияға үҙгәрештәр индереүгә бәйле тәҡдиме янында Хөкүмәттең отставкаға китеүе - дөрөҫ ҡарар. Был турала ул Владимир Путиндың министрҙар кабинеты менән осрашыуы мәлендә белдерҙе.
- Бөгөн бөтәбеҙ ҙә Президенттың Мөрәжәғәтнамәһен тыңланыҡ. Владимир Владимирович илдә киләһе йылдарҙа буласаҡ мөһим бурыстарҙы билдәләне, шул уҡ ваҡытта Рәсәй Конституцияһына индереләсәк фундаменталь үҙгәрештәр тураһында ла әйтте, - тине Дмитрий Медведев.
Уның һүҙҙәре буйынса, был үҙгәрештәр ҡабул ителһә, Конституцияның статьяларына ғына түгел, ә, дөйөм алғанда, власть балансына ҙур үҙгәрештәр индерәсәк. Бында һүҙ башҡарма, ҡануниәт һәм суд власы тураһында бара.
- Рәсәй Хөкүмәте булараҡ, илебеҙ Президентына бының өсөн кәрәк булған барлыҡ ҡарарҙарҙы ҡабул итеү мөмкинлеге бирергә тейешбеҙ. Бындай шарттарҙа, Конституцияның 117-се статьяһына ярашлы, Хөкүмәт отставкаға китә, - тине ул.
Владимир Путин кабинет ағзаларының һәр береһенә рәхмәт әйтте һәм яңы Хөкүмәт булдырылғансы үҙ бурыстарын тулы кимәлдә үтәүҙе һораны.