газета "Салауат"
-20 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Ғинуар 2020, 17:57

Төбәк етәксеһенә...бесәйгә ҡаршы ялыу яҙғандар

Кешеләр төрлө булған кеүек, уларҙы борсоған проблемалар ҙа төрлөлөгө менән хайран ҡалдыра.

Кешеләр төрлө булған кеүек, уларҙы борсоған проблемалар ҙа төрлөлөгө менән хайран ҡалдыра.
Мәҫәлән, ошо көндәрҙә республика Башлығы Радий Хәбировтың социаль селтәрҙәге шәхси битендә Вилиә Москова тигән кеше яҙма ҡалдырған. Ул Белорет ҡалаһындағы 1-се дауахананың хирургия бүлегендә хужаһыҙ бесәй эйәләшкән, тип белдергән. Вилиәнең бында әсәһе дауаланған, ул декабрь аҙағынан 9 ғинуарғаса ошо бүлектә булған. Был хаҡта “Өфө1” порталы хәбәр итә.
Әйтеүенсә, бесәй бүлектә үҙен хужаларса иркен тота, сирлеләрҙең карауаттары буйлап йөрөргә лә тартынмай икән. “Пациентттар был хәлгә дәғүә белдерһә лә, дауахана персоналы күҙ йома, – тип өҫтәгән яҙма авторы. – Ә был түшәктәргә операциянан һуң сирлеләрҙе һалалар, етмәһә, урын кәрәк-яраҡтарын алмаштырмайҙар”.
Дауахананың баш табибы Евгений Кустов бесәйҙең бүлектә йәшәүен инҡар итә.
- Бәлки, берәй пациент алып килгәндер. Һәр хәлдә, беҙҙең учреждение персоналы “ҡунаҡты” күрмәгән. Мөрәжәғәт тә булманы, – тип белдергән һәм был хәлде асыҡларға вәғәҙә иткән.
Фото Вилиә Москованың шәхси архивынан.
Автор: Гүзәлиә Балтабаева ("Башҡортостан" гәзитенән) https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/T-b-k-et-kse-en--bes-yg--arshi-yaliu-ya-andar-75632/
Читайте нас: