Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Ғинуар 2020, 10:35

Башҡортостанды Японияға саҡыралар

Башҡортостан компанияларын Японияға бизнес-миссияла ҡатнашырға саҡыралар.

Башҡортостан компанияларын Японияға бизнес-миссияла ҡатнашырға саҡыралар. Был турала итә республиканың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте. Был эш «Хеҙмәттәшлек һәм экспорт» милли проекты сиктәрендә башкарыла. Унда «Japan Life Science Week-2020» күргәҙмәһенә тура килтерелгән медицина һәм фармацевтика өлкәһендә бизнес-миссия буласаҡ.
«Japan Life Science Week-2020» - ул медицина һәм фармацевтиканың төрлө йүнәлештәре һәм тармаҡтары буйынса махсуслаштырылған 15 экспозиция. Күргәҙмәлә фармацевтикала етештереү өсөн ингредиенттар, биотехнологиялар, “аҡыллы медицина”, дарыуҙарҙы төрөү һәм килтереп биреү өсөн технологиялар, әҙер дарыу формалары, тәбиғи экстракттар, медтехника, мәғлүмәт технологиялары, робототехника һәм башҡалар тәҡдим ителәсәк.
Сара сиктәрендә Япония медицина тармағы һәм фәнни-тикшеренеү үҙәктәре вәкилдәре менән осрашыуҙар һәм эшлекле сәфәрҙәр, һөйләшеүҙәр уҙғарыу ҡаралған. Улар барышында компаниялар Япония партнерҙарына үҙ проекттарын тәҡдим итә аласаҡ.
#Миллипроекттар
Читайте нас: