газета "Салауат"
-7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Ғинуар 2020, 17:45

Балаларға пособие ете йәшкә тиклем түләнәсәк!

Хәҙер өс йәштән ете йәшкә тиклемге балалары булғандар ҙә айлыҡ пособие аласаҡ.

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, бөгөн Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһен иғлан итә һәм уның иң мөһим темаһы демографияға арналды.
Шулай балалы ғаиләләргә ярҙам итеү маҡсатында хәҙер өс йәштән ете йәшкә тиклемге балалары булғандар ҙә айлыҡ пособие аласаҡ. Был ғаиләнең килеме бер кешегә йәшәү минимумынан түбән булғандарға ҡағыла.
“Был түләүҙәрҙе 2020 йылдың 1 ғинуарынан ала башлаясаҡтар”, – тине Владимир Путин.
Президент белдереүенсә, бындай түләүҙе алыу өсөн ғариза биреү ҙә етә, процедура максималь еңел булырға тейеш.
Беренсе этапта был түләүҙәрҙең кимәле 5,5 мең һум буласаҡ. Ә киләсәктә уны йәшәү минимумына – 11 мең һумға еткереү ҡарала.
фото: nn.ru
Автор: Альфия Мингалиева ("Башҡортостан" гәзитенән) https://bash.rbsmi.ru/articles/sotsial-m-s-l/Balalar-a-posobie-ete-y-shk-tiklem-t-l-n-s-k-76994/
Читайте нас: