Беҙҙең ҡалала Шишмә урамының 12-се йорт түбәһенән 1-се класс уҡыусыһының башына боҙ төшкән. Ул ҡала травматология пунктына ебәрелгән. Табип ҡарағандан һәм яраны теккәндән һуң, бала йортона ҡайтарып ебәрелгән.
"Ключевая урамындағы йорт алдында улымдың башына боҙ төшөп, башын тишкән. Һөҙөмтәлә, ул ике яра алған, уларҙың береһен тектерергә тура килде. Ҡалын ҡышҡы башлығы булмаһа, фажиғәнән ҡотолоп булмаҫ ине", - тип яҙған зыян күреүсе малайҙың әсәһе.
Ул шулай уҡ балаһына ярҙам күрһәткән уҙып барыусы ир-егеткә рәхмәт белдергән. Әле был хәлдең сәбәптәре ҡала прокуратураһы тарафынан асыҡлана.