Рәсәй Президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа сираттағы Мөрәжәғәтнамәгә әҙерлек буйынса ултырыш уҙғарҙы. Унда Мөрәжәғәтнәмә темалары буйынса фекер алышыу барҙы, ентекле тикшереүҙе талап иткән һорауҙарға айырым иғтибар бирелде, тип хәбәр итә Кремлдең матбуғат хеҙмәте.
15 ғинуарҙа Рәсәй Президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа сираттағы Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһай.
Дәүләт Думаһы депутаттары һәм Федерация Советы ағзалары күҙаллауынса, ул тәү сиратта халыҡтың тормошон, иҡтисади шарттарҙы яҡшыртыуға йүнәлтеләсәк. Парламентарийҙар шулай уҡ халыҡ-ара кимәлдәге хәлгә дәүләт башлығының баһаһын ишетергә ниәтләй.
“Берҙәм Рәсәй” фракцияһы етәксеһенең беренсе урынбаҫары Андрей Исаевтың фекеренсә, Президент Мөрәжәғәтнамәһендә төп иғтибар кеше һәм граждан мәнфәғәттәренә йүнәлтеләсәк. Шулай уҡ Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығы темаһы күтәреләсәк.
#ВладимирПутин