газета "Салауат"
-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Ғинуар 2020, 12:30

Илдең хәрби тарихы һәр кемде ҡыҙыҡһындыра

Рәсәйҙең хәрби-тарихи ойошмаһы Бөтә Рәсәй Хәрби-тарихи тематика проекттары конкурсына ғаризалар ҡабул итә. Сара илебеҙҙең хәрби-тарихи мираҫын һаҡлауға йүнәлтелгән.

Рәсәйҙең хәрби-тарихи ойошмаһы Бөтә Рәсәй Хәрби-тарихи тематика проекттары конкурсына ғаризалар ҡабул итә. Сара илебеҙҙең хәрби-тарихи мираҫын һаҡлауға йүнәлтелгән.
Эштәр “Хәрби-тарихи фән тармағындағы проекттар”, “Музей-күргәҙмә һәм экспозиция проекттары”, “Балалар хәрби-тарихи лагерҙарында хәрби-илһөйәрлек тәрбиәһе”, “Хәрби-тарихи фестиваль”, “Эҙләү һәм хәрби-археология экспедицияһы” номинациялары буйынса баһалана.
Сарала йәмәғәт ойошмалары, коммерцияға ҡарамаған автономиялы ойошмалар, яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәр, бюджет һәм ҡаҙна учреждениелары, шәхси эшҡыуарҙар ҡатнаша ала. Конкурста еңгән бер проектҡа ярҙам күләме ике миллион һум самаһы тәшкил итә.
Материалдарҙы 15 февралгә тиклем тапшырырға кәрәк.
Читайте нас