газета "Салауат"
+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Ғинуар 2020, 10:45

Эшкә ауылға ҡайт!

"Мәғариф" милли проектына ярашлы, быйылдан “Ауыл уҡытыусыһы” программаһы эш башланы.

"Мәғариф" милли проектына ярашлы, быйылдан “Ауыл уҡытыусыһы” программаһы эш башланы. “Ауыл уҡытыусыһы” программаһына ярашлы, ауылға, эшселәр ҡасабаһына, ҡала тибындағы ҡасабаға, 50 меңгә тиклем кеше йәшәгән ҡалаға эшкә килгән (йәки күсеп килгән) уҡытыусыға бер миллион һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған компенсация түләү күҙ уңында тотола.
Әлеге ваҡытта “Ауыл уҡытыусыһы” программаһының конкурс һайлап алыуында ҡатнашыу өсөн ғаризалар ҡабул итеү башланды. Ғаризаларҙы федераль программаның рәсми сайтында (https://zemteacher.edu.ru) ҡалдырырға мөмкин.
Ғаризаларҙы 15 апрелгә тиклем ебәрергә кәрәк, тип хәбәр итә республиканың Мәғариф һәм фән министрлығының матбуғат хеҙмәте.
#Миллипроекттар
Читайте нас: