газета "Салауат"
0 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Ғинуар 2020, 11:25
Боҙбармаҡ баланың башын ике урындан тишкән
Зыян күреүсегә үтеп барған ир ярҙам күрһәткән, “Тиҙ ярҙам” саҡыртҡан.
Зыян күреүсегә үтеп барған ир ярҙам күрһәткән, “Тиҙ ярҙам” саҡыртҡан.
Салауат ҡалаһында Ключевая урамында малайҙың башына боҙбармаҡ төшкән. Үҫмер ҡалын шапка кейгән булған, әсәһе әйтеүенсә, башлыҡ арҡаһында ғына малай тере ҡалған. Бер түгел ике яраны дауаханала теккәндәр.
Һауа температураһы күтәрелеү сәбәпле ҡыйыҡтарҙан ергә боҙбармаҡтар, ҡар төшөүе ихтимал. Урамда йөрөгәндә йорттар башына иғтибар итергә, ҡыйыҡта ҡар таҙартыу эштәре барышын киҫәткән яҙыуҙарҙы инҡар итмәҫкә кәрәк. Кеше ғүмеренә хәүеф янаған осраҡтарҙы күрһәгеҙ, идарасы компанияға, йә 112 телефоны буйынса шылтыратып хәбәр итегеҙ.
Яңылыҡ авторы: Лилиә Хәлитова
("Йәшлек" гәзитенән алдынды).
Читайте нас: