газета "Салауат"
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Ғинуар 2020, 16:10

Йылылыҡ өсөн дөрөҫ түләйһегеҙме?

Республиканың Торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе буйынса дәүләт комитеты идарасы компаниялар вәкилдәре һәм йәмәғәтселек менән берлектә йылылыҡ өсөн түләү буйынса өҫтәмә иҫәпләүҙәрҙең дөрөҫлөгөн тикшерәсәк. Был хаҡта Башҡортостан Башлығы үткәргән аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә вице-премьер – торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Борис Беляев хәбәр итте.

Фатир хужалары өҫтәмә иҫәпләүҙәр алған 485 күп фатирлы йортто махсус комиссия тикшерәсәк. Республика властары “БашРТС”ҡа граждандарҙан штраф һәм пеня алмайынса иҫәпләнеп етмәгән суммаларҙы бүлеп түләттереүҙе тәҡдим итте.
Борис Беляев һүҙҙәренә ҡарағанда, бындай яңынан иҫәпләүҙәр – йылылыҡ өсөн үҙенсәлекле иҫәпләшеү менән бәйле стандарт ғәмәл. Бынан тыш, 5 535 йортта йәшәүселәр файҙаһына бер миллиард һумдан ашыу дөйөм суммаға төҙәтмәләр индерелгән.
- Нимәнең атҡарылыуы, ниндәй эш алып барыуыбыҙ хаҡында кешеләргә һөйләргә кәрәк, – тип белдерҙе Радий Хәбиров. – Уларға мәғлүмәт етмәй, шуға күпләп мөрәжәғәт итәләр.
Фото: Башҡортостан Республикаһы Башлығы сайтынан.
Автор: Айһылыу Низамова ("Башҡортостан" гәзитенән) https://bash.rbsmi.ru/articles/i-tisad/Yilili--s-n-d-r--t-l-y-ege-me-72581/
Читайте нас: