Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы төҙөлөш ваҡытында күсемһеҙ милек объекттарын ваҡытында теркәү өҫтөнлөктәре хаҡында иҫкә төшөрә.
Шәхси торлаҡ төҙөргә теләп ер участкаһы алған кешеләргә ҡарата әгәр төҙөлөш өсөн рөхсәт алыуҙан алып һалынған объектты дәүләт теркәүенә ҡуйыуға тиклем 10 йыл һәм унан да артығыраҡ ваҡыт үтә икән ер һалымы юғарыраҡ 2 коэффициенты менән иҫәпләнә. Мәҫәлән, граждан торлаҡ төҙөү өсөн 2008 йылда ер участкаһы алған булһа, йорт һалып та уға милек хоҡуғын теркәмәһә, уға 2018 йылдан алып ер һалым юғарыраҡ сумма менән хисаплана.
Физик һәм юридик шәхестәр тарафынан торлаҡ төҙөлөшө (шәхси торлаҡ төҙөлөшөнән тыш) өсөн алынған ер участкаларына һалым өс йыл буйына, был участкаға хоҡуҡты теркәгәндән алып унда төҙөлгән күсемһеҙ милек объектына дәүләт теркәүе үткәргәнгә тиклем, 2 коэффициенты менән иҫәпләнә. Ә ошо ваҡыттан артып китһә, һалым коэффициенты тағы ла арта.
Шуныһын иҫтә тоторға кәрәк, күсемһеҙ милек объекттарын ваҡытында теркәү ер һалымын күберәк суммала түләүҙән ҡотҡарасаҡ.