газета "Салауат"
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Ғинуар 2020, 17:20

Тыуымды арттырыу саралары билдәләнде

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика Хөкүмәтендә үткәргән оператив кәңәшмәлә тыуымды күтәреү мәсьәләләре тикшерелде.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика Хөкүмәтендә үткәргән оператив кәңәшмәлә тыуымды күтәреү мәсьәләләре тикшерелде.
Вице-премьер, ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова билдәләүенсә, былтыр республикабыҙҙа 42 меңгә яҡын бала тыуған, унан алдағы йыл менән сағыштырғанда, 10,5 процентҡа аҙыраҡ.
Министр әйтеүенсә, халыҡ һаны артһын өсөн йыл һайын биш меңгә артығыраҡ бала тыуыуы кәрәк. Тыуымды арттырыу өсөн министрлыҡ өҫтәмә саралар исемлеген әҙерләгән. Улар үҙ эсенә репродуктив сәләмәтлекте нығытыу, халыҡ миграцияһын тотҡарлау, ғаиләгә теләктәш инфраструктураны үҫтереү, балалы ғаиләләрҙең ыңғай образын булдырыу кеүек йүнәлештәрҙе ала. Һандарға килгәндә, ошо саралар 2024 йыға тиклем тыуым күрһәткесен 8,5 меңгә арттырыр, тип күҙаллана. Быға “Демография” милли проекты ла үҙ өлөшөн индерергә тейеш.
- Демографик хәлде аҡса менән генә хәл итеп булмай. Әгәр ҙә тыуым күрһәткесен күтәреү буйынса аныҡ саралар комплексын тормошҡа ашырмаһаҡ, артабан да түбәнгә тәгәрәйәсәкбеҙ. Нимә эшләй аласағыбыҙҙы билдәләгән өсөн ҙур рәхмәт. Эшкә тотонайыҡ, – тип йомғаҡланы һүҙҙе Радий Хабиров.
Фото: glavarb.ru
Автор: Гүзәлиә Балтабаева ("Башҡортостан" гәзитенән) https://bash.rbsmi.ru/articles/sotsial-m-s-l/Tiuimdi-arttiriu-saralari-bild-l-nde-72715/
Читайте нас: