газета "Салауат"
+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Ғинуар 2020, 16:15

Таныш булығыҙ: яңы прокурор

Рәсәй Президенты Указы менән Башҡортостан Республикаһы прокуроры вазифаһына Владимир Ведерников тәғәйенләнде.

Рәсәй Президенты Указы менән Башҡортостан Республикаһы прокуроры вазифаһына Владимир Ведерников тәғәйенләнде. Ошо хаҡта мәғлүмәт республика прокуратураһының рәсми сайтында донъя күрҙе. Быға тиклем ул Мәскәү прокуроры урынбаҫары булып эшләгән. Владимир Ведерников 1974 йылда Томск ҡалаһында тыуған. Томск дәүләт университетын тамамлаған. Прокуратура органы хеҙмәтендә 1996 йылдан. Һуңғы вазифаһында 2012 йылдан эшләй. "Рәсәй Федерацияһы прокуратураһының маҡтаулы хеҙмәткәре", "Фиҙакәр хеҙмәте өсөн"түшкә таға торған билдәләр, Рудненко миҙалы, "Законға тоғролоҡ өсөн" III дәрәжә билдәһе, исемле ҡорал менән наградланған. Фото: "Проуфу" сайтынан.
Автор: Рәмилә Мусина ("Башҡортостан" гәзитенән) https://bash.rbsmi.ru/articles/s-y-s-t-m-kho-u/Tanish-buli-i--ya-i-prokuror-71691/
Читайте нас: