Ил Хөкүмәтендә торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә түләүҙе арттырған ойошмаларға штраф һалырға тәҡдим итәләр. Әле Рәсәйҙең Торлаҡ кодексында коммуналь хеҙмәттәрҙе арттырған өсөн штрафтар ҡаралмаған.
Кодекстың 157-се статьяһына төҙәтмә индереүҙе Төҙөлөш министрлығына йөкмәткәндәр. Закон проекты, бөтәһе лә ыңғай барғанда, сентябрҙә Дәүләт Думаһына ҡарауға индереләсәк. Билдәле булыуынса, бөтә фракцияларҙа ла тәҡдимде яҡларға әҙерҙәр. Депутаттарҙың фекеренсә, торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә хаҡтарҙы арттырыу проблемаһы киҫкен тора һәм ул күп төбәктәр өсөн көнүҙәк.
Ысынлап та, әлегә коммуналь хеҙмәт күрһәтеүселәрҙең милек хужалары алдындағы яуаллылығы көйләнмәгән. Был хәл йортта йәшәүселәрҙең хоҡуҡтарын һәм законлы мәнфәғәттәрен сикләй. Яңы закон проекты түләүҙәрҙең асыҡ, дөрөҫ иҫәпләнеүенә булышлыҡ итәсәк.