Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Ғинуар 2020, 17:55

Рәсәйҙә уҡытыусылар хеҙмәтенә түләү системаһы үҙгәрә

Рәсәйҙең Мәғариф министрлығы Хеҙмәт кодексына мәктәп уҡытыусыларының хеҙмәтенә түләү структураһын үҙгәрткән төҙәтмәләр әҙерләй, тип хәбәр итте «Известия» министрлыҡ башлығы Ольга Васильеваға һылтанма менән.

Рәсәйҙең Мәғариф министрлығы Хеҙмәт кодексына мәктәп уҡытыусыларының хеҙмәтенә түләү структураһын үҙгәрткән төҙәтмәләр әҙерләй, тип хәбәр итте «Известия» министрлыҡ башлығы Ольга Васильеваға һылтанма менән.
Ольга Васильева белдереүенсә, илдең ҡайһы бер төбәктәрендә реаль эш хаҡы өҫтәмәһеҙ бик түбән, сөнки оклад, өҫтәмә һәм премияларҙы, ведомствоның тәҡдимдәрен иҫәпкә алмайынса, нисек иҫәпләргә кәрәклеген субъекттар һәм муниципалитеттар үҙҙәре билдәләй.
«Хәҙер беҙ уҡытыусылар хеҙмәтенә түләү фондының 70% бер ставка, йәғни аҙнаһына 18 сәғәт өсөн окладтарға йүнәлтелһен өсөн көрәшәбеҙ. 30% ғына төрлө өҫтәмәләргә бүленергә тейеш. Барыһы ла ошо «70-кә 30» нисбәтен үтәмәй. Ҡайһы саҡта төбәктә уҡытыусыларҙың өҫтәмә йөкләмә алыу иҫәбенә генә губернаторҙар отчеттарында уртаса эш хаҡы барлыҡҡа килә», — тип Васильеваның һүҙҙәрен килтерә «Российская газета» баҫмаһы.
Әле Хеҙмәт кодексына төҙәтмәләр әҙерләйҙәр, улар хеҙмәткә түләү структураһын формалаштырыуҙың берҙәм моделен булдырыуҙы күҙ уңында тота. Үҙгәрештәр, федераль кимәлдәге уҡытыусыларҙы иҫәпкә алып, эш хаҡы буйынса база гарантияларын билдәләргә мөмкинлек бирергә тейеш.
Яңы мәктәп стандарттары уҡытыусыларға йөкләмәне өстән берҙән ашыуға кәметергә бурыслы, тине Васильева. Уның һүҙҙәренсә, педагогтар дүрт документ: предмет буйынса эш программаһы, календарь-тематик план, электрон журнал, электрон көндәлек кенә алып барырға тейеш.
Читайте нас: