газета "Салауат"
+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Ғинуар 2020, 18:40

Пенсия алыу ысулын һәр кем үҙе һайлай

Башҡортостан Республикаһы буйынса Рәсәй Пенсия фонды бүлеге 1 млн 200 меңдән ашыу кешегә пенсия түләй. Пенсия һәм социаль түләү алыусыларҙың 36 процентына аҡсаны почта бүлексәләре аша, 63,6 проценты кредит ойошмалары һәм 0,4 проценты стационар социаль хеҙмәтләндереү ойошмалары һәм холоҡ төҙәтеү учреждениелары аша ала.

Хаҡлы ялдағы кеше пенсияһын килтерергә тейешле ойошманы үҙе һайлай һәм үҙгәртә ала, шулай уҡ пенсия алыуҙың да ысулын үҙенә уңайлыһын һайлауға хоҡуҡлы. Страховка пенсияһы пенсионерҙың теләге буйынса кредит ойошмаһы аша хаҡлы ялдағы кешенең ошо ойошмалағы иҫәбенә күсереү, йә иһә пенсияны ташыусы почта элемтәһе аша өйгә килтереү йәки кассанан алыу юлы менән бирелә. Бының өсөн Пенсия фонды идаралығына, күп функциялы үҙәккә, Пенсия фонды сайтындағы граждандың шәхси кабинеты, дәүләт хеҙмәттәре порталы аша ғариза яҙырға була.
Былтыр республикала 117 мең кеше пенсияһын алыу ысулын алыштырған. Шуларҙың 99886-һы быны Пенсия фондына килеп йөрөмәй, интернет аша башҡарған.
Пенсияларҙы түләү һәм ташыу тәртибе тураһында тулыраҡ http://www.pfrf.ru/branches/bashkortostan/info/~viplata/ сайтында уҡып белә алаһығыҙ.
Читайте нас: