Земфира Байбулдина "Бәйләнештә"ге сәхифәһендә бына нимә тип яҙған:
"Мин кеше ял иткәндә эшләгәс, бер ни һиҙмәнем дә, күрмәнем дә. Прилавка артында ит һатҡанымды тәү күргәндәрҙең иҫе китте. Кемдер килеп аптыраны, икенселәр маҡтаны, өсөнсөләр йәлләне, дүртенселәр ғәжәпләнде, бишенселәр минең менән фотоға төштө, алтынсылар мине тикшереп ҡарар өсөн ит алған булып, һөйләшеп тороп алған иттәрен онотоп ҡайтып китте. Етенселәр шым ғына ситтә тикшереп торҙо, һигеҙенселәр ит алып, икенсе көнгә килеп мине маҡтап, күстәнәс килтереп, тағы ит алып китте. Туғыҙынсылар: «Нисек оялмай ит һатаһың ул? Һин бигерәк», - тине... Яуап итеп шуны ғына әйткем килә: теләһәм - бөгөн сәхнәләмен, иртәгә баҙарҙа ит сабып һатам, иртәнән һуңға тағы һөйләгән шиғырымды тыңлап, илап ултырғанығыҙҙы һиҙмәй ҙә ҡалырһығыҙ. Ә унан һуңға туй йә юбилей алып барам. Ләкин мин кешенекенә ҡағылмайым, урламайым, хәләл көсөм менән үҙем табам!"
Фото артистың “Бәйләнештә” төркөмөнән алынды.