газета "Салауат"
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Ғинуар 2020, 18:45

Илдә сираттағы хосусилаштырыу башланды

Ил Хөкүмәте федераль мөлкәтте хосусилаштырыуҙың 2020-2022 йылдарҙағы планын һәм төп йүнәлештәрен билдәләне.

Ил Хөкүмәте федераль мөлкәтте хосусилаштырыуҙың 2020-2022 йылдарҙағы планын һәм төп йүнәлештәрен билдәләне.
Ул әлегәсә федераль милектә булған 186 акционерҙар йәмғиәтен, 86 федераль унитар дәүләт предприятиеһын, бер өлөшө дәүләттеке булған 13 яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтте һәм дәүләт ҡаҙнаһында булған бер меңдән ашыу башҡа объектты үҙ эсенә ала.
Ҙур компанияларҙы хосилаштырыу буйынса был эшмәкәрлек ошо күрһәтелгән осорҙа дәүләт ҡаҙнаһына йыл һайын 3,6 миллиард һум бирергә тейеш. Улар араһында “Совкомфлот”, Махачкала һәм Новороссийск диңгеҙ порттары, “Алмазювелирэкспорт”, “Росспиртпром” һәм башҡа ҙур предприятиелар бар. Бынан тыш, ҡайһы бер компанияларҙа дәүләт өлөшөн кәметеү планлаштырыла.
Фото: e-news.su.
Автор: Рәшит Кәлимуллин ("Башҡортостан" гәзитенән) https://bash.rbsmi.ru/articles/i-tisad/Ild-siratta-i-hosusilashtiriu-bashlandi-71508/
Читайте нас