Ҡуҙы (21.03-20.04)
Һеҙгә аҙна буйына тиерлек ағымға ҡаршы йөҙөү ауырға төшөр. Шулай ҙа барлыҡ ҡаршылыҡтарҙы еңеп сығыу тик һеҙҙең ҡулда. Финанс яҡтан да ауырыраҡ булыр, сығымдарығыҙ күбәйеп китер. Икенсе яртығыҙ менән дә мөнәсәбәттәр киҫкенләшер. Ҡыйын мәлдәрҙә дуҫтарығыҙ ярҙамға килер.
Буға (21.04-21.05)
Ваҡиғаларға бай аҙна көтөлә. Эш буйынса аралашыу, яңы кешеләр менән танышлыҡтар күп булыр. Әммә ашығыу яҡшыға түгел икәнен онотмағыҙ. Юридик һорауҙарҙы хәл итергә тура килер. Һаулыҡҡа бәйле проблемалар килеп тыуыуы бар. Һөйгәнегеҙҙең тоғролоғонда шикләнеүегеҙ яҡшыға алып бармаҫ.
Игеҙәктәр (22.05-21.06)
Тормошҡа ҡарашығыҙ үҙгәрер, рухи яҡтан нығыныу тойорһоғоҙ. Артыҡ эмоционаллек арҡаһында дөрөҫ һығымта яһамауығыҙ мөмкин. Мөхәббәт тормошоғоҙ ҡайнап торор, әрләшерһегеҙ, ярашырһығыҙ, көнләшеп алырһығыҙ. Шулай уҡ был сәйәхәт, дуҫтар менән осрашыу, күңел асыу өсөн иң шәп ваҡыт.
Ҡыҫала (22.06-23.07)
Һеҙҙең өсөн ярайһы уҡ ҡатмарлы ғына осор көтөлә. Көс-дәртегеҙҙең һүлпәнлеге эшкә һәләтлегегеҙҙә сағылыш табыр. Алданау, хаталаныу ихтималлығы юғары булыр.Шул уҡ ваҡытта яҡындарығыҙ өсөн дә ҙур яуаплылыҡ тойорһоғоҙ. Йорт бурыстарын бүлешә белмәй аптырарһығыҙ. Сана, саңғы шыуыу, тәбиғәттәге ял яҡшы кәйеф бүләк итер.
Арыҫлан (24.07-23.08)
Был аҙна яңырыуға ынтылыу, ижади активлыҡ осоро. Маҡсатығыҙға ирешеү өсөн тирә-яҡтағыларҙың фекерҙәре менән дә иҫәпләшмәҫһегеҙ хатта. Агрессив кешеләр тап булыр, улар менән аралашыуҙан тик кире тәьҫораттар ҡалыр. Ә бына ғаиләлә, киреһенсә, һәр мәсьәләлә уртаҡ тел табырһығыҙ. Һыуыҡ тейҙереүҙән һаҡланығыҙ.
Ҡыҙ (24.08-23.09)
Һеҙ ҡыҙыҡлы һәм перспективалы проекттарҙа ҡатнашырһығыҙ, яңы эшлекле бәйләнештәр булдырырһығыҙ. Яҡшы ғына килем алыуығыҙ ҙа мөмкин. Аҙнаның икенсе яртыһында ваҡиғалар ағымына яраҡлашырға тура килер. Һөйгәнегеҙҙе шатландырам тип, ҡимммәтле генә бүләк алып ташларһығыҙ. Ял көндәрегеҙ кәйеф-сафа ҡороуға арналыр.
Үлсәү (24.09-23.10)
Һеҙҙең әүҙемлек һәм тырышлыҡ яҡшы һөҙөмтә бирер. Ижад кешеләре өсөн аҙна уңышлы булыр. Тик кәрәк саҡта коллегаларығыҙҙан ярҙам өмөт итмәгеҙ. Яуаплы ҡарарҙарҙы ҡабул иткәндә, ғаилә ағзаларының фекерҙәренә таянығыҙ. Балаларығыҙға күберәк ваҡыт бүлегеҙ, улар илһам һәм көс бирер. Шулай уҡ спорт менән дә дуҫлашыу ҡамасауламаҫ.
Саян (24.10-22.11)
Саяндар тик үҙҙәренең генә уйы дөрөҫ тип иҫбатларға тырышыр. Ошо арҡала күп кенә дуҫтарын юғалтыр. Күмәк кеше менән эшләү ауырға төшөр, бәхәстәргә килтерер. Туғандарығыҙ яҡшы хәбәр менән шатландырыр. Ғаиләлә лә аңлашыу тантана итер. Шулай уҡ ремонтҡа тотоноуығыҙ, көнкүреш техникаһы һатып алыуығыҙ бар.
Уҡсы (23.11-21.12)
Етәкселек һәм яҡындарығыҙҙың оло быуын вәкилдәре менән һүҙгә килерһегеҙ. Аҙна башы бик мәшәҡәтле үтер. Шуға ла һәр көн эштән арып ҡайтырһығыҙ. Етмәһә ғаиләгеҙ ҙә һеҙҙән активлыҡ талап итер, ә һеҙ тыныслыҡҡа ынтылырһығыҙ. Бурысҡа аҡса алмағыҙ ҙа, бирмәгеҙ ҙә. Ял көндәрендә яҡшы итеп ял итергә тырышығыҙ, хәл йыйығыҙ.
Ылаҡ (22.12-20.01)
Ылаҡтар эштән ҡәнәғәтлек алмаҫ. Етәксе ҡушҡан бурыстарҙы ла үтәү теләге булмаҫ. Күңел төшөнкөлөгөнән тик йәнегеҙгә яҡын шөғөл табып ҡотолорһоғоҙ. Аҙнаның икенсе яртыһында яңы кешеләр менән аралышырһығыҙ, сәфәргә сығырһығыҙ. Икенсе яртығыҙға һәм балаларығыҙға биргән вәғәҙәләрегеҙҙе үтәү мөһим икәнен онотмағыҙ.
Һыуғояр (21.01-19.02)
Яңы фекерҙәш дуҫтар табып, яңы эшкә тотонорһоғоҙ. Үҙаллы ҡарарҙар ҡабул итеүҙән ҡурҡмағыҙ. Ҡағиҙә һәм закон боҙоуҙан һаҡланығыҙ, юғиһә, хоҡуҡ һаҡсылары менән проблемалар тынғы бирмәҫ. Ғаилә мөнәсәбәттәрендә көсөргәнешлек һиҙелер, сөнки һеҙ проблемаларҙы хәл итеүҙән ситләшерһегеҙ.
Балыҡ (20.02-20.03)
Был аҙнала балыҡтар бик актив булыр, әммә көткән һөҙөмтәгә ирешә алмаҫһығыҙ. Һүҙегеҙҙе ете ҡат үлсәп һөйләү хәйерле. Юлдарҙа ипле йөрөү яҡшыраҡ. Күңел асыу сараларынан да баш тартырға тырышығыҙ. Дуҫтарығыҙ менән бәйләнештәр өҙөлөп торор. Эске гармония булдырыу өсөн тыныс ял кәңәш ителә.