Баланың ата-әсәһе һүҙҙәренә ҡарағанда, улар улдары менән йәшенмәк уйнаған. Бала үҙ бүлмәһенә кереп ҡасҡан. Ул ярты сәғәткә юғала. Ата-әсәһенең саҡырыуына яуап бирмәгән. Оло ҡыҙғанысҡа ҡаршы, баланы бик һуң табалар. Сабый, трансформер-карауат эсенә кереп ҡасып, һауа етмәүҙән тонсоғоп үлә. Ульяновск өлкәһе прокуратураһы баланың үлем осрағы буйынса тикшереү эше башлаған. Уйындан - уймаҡ тигәндәре шулдыр инде.