2014 йылда Салауатта "Оҫталар иле" тип исемләнгән ижади берләшмә ойошторола. Картиналар галереяһында улар ҡул эштәре күргәҙмәләренән тыш, йәрминкәләр, оҫталыҡ дәрестәре уҙғара. "Селтәр" биҙәү-ҡулланма сәнғәт клубы ағзалары ла был сараларҙан ситтә ҡалмай, сәнғәттән айырылғыһыҙ булыуын күрһәтә. Башҡортостан юлдаш телевидениеһы хәбәрселәре "Селтәр" биҙәү-ҡулланма сәнғәт клубы ағзалары менән осрашып матур репортаж әҙерләгән.
Һеҙҙең иғтибарға ла уны тәҡдим итәбеҙ.
"Оҫталар ҡалаһына сәйәхәт. Экспозицияла тиҫтәгә яҡын автор халыҡ ижадына һөйөүен белдерә. "Селтәр" биҙәү-ҡулланма сәнғәт клубы ағзалары менән беҙҙең хәбәрселәр осрашты.
Юғарыла ҡояш балҡый. Ҡашмауҙағы был нағыш һаҡлау көсөнә эйә. Рәмилә Ҡунаҡбаева башҡорт халҡының хазинаһы - милли кейемдәр, биҙәүестәр хаҡында сәғәттәр буйы һөйләй ала. Оҫта фольклор менән ҡыҙыҡһына. Хаҡлы ялдағы ханым Салауат ҡалаһының "Мираҫ" тыуған яҡты өйрәнеү китапханаһында ойошторолған "Селтәр" биҙәү-ҡулланма сәнғәт клубы, "Көмөш тәңкә" әҙәби-фольклор түңәрәге ағзаһы.
Рәмилә Ҡунаҡбаева, "Селтәр" биҙәү-ҡулланма сәнғәт клубы ағзаһы: “Бәйләмдәр бәйләйбеҙ, ҡорамалар эшләйбеҙ. Тирмә эшләп ҡуйҙыҡ үҙебеҙгә. Бейейбеҙ, йырлайбыҙ. Өфөгә барып ҡайттыҡ бер нисә тапҡыр. "Милли кейемдәр парады"нда ҡатнаштыҡ ике йыл рәттән”.
"Селтәр" клубы ағзалары ҡалала ойошторолған ҡул эштәре күргәҙмәләрендә әүҙем ҡатнаша. Тәү маҡсат - ғөрөф-ғәҙәттәр, йолаларҙы тергеҙеү, үҫеп килгән быуында халыҡ ижадына һөйөү уятыу. Әлмира Носратуллина ҡорама ҡорау, балаҫ һуғыу, кейеҙ баҫыу серҙәренә өйрәтә. Оҫта ижадта сағыу төҫтәргә өҫтөнлөк бирә, күңеле менән матурлыҡҡа ынтыла.
Әлмира Носратуллина, "Селтәр" биҙәү-ҡулланма сәнғәт клубы ағзаһы: “Ваҡ эш, шуның өсөн уны машина менән тегеп булмай, ҡул менән генә эшләнгән. Һәр береһен киҫеп, һәр береһен йыйып ҡуйҙым, сәскәләр яһаным. Биҙәктәре төрлө. Бында 250 сәскә. Ауыр булһа ла, ысын күңелдән яратып эшләйем”.
Салауат ҡалаһының картиналар галереяһында ойошторолған күргәҙмәлә тиҫтәгә яҡын авторҙың эштәре менән танышырға мөмкин. Тирмә, милли кейемдәге ҡурсаҡтар, заманса стилләштерелгән биҙәүестәр, сигелгән картиналар - һәр береһенә йөрәк йылыһы һалынған.
Гөлсинә Ниғмәтуллина, "Селтәр" биҙәү-ҡулланма сәнғәт клубы ағзаһы: “Тыныслыҡ бирә, күңелдәребеҙ асылып китә. Дәрт өҫтәй. Ауырыуҙарҙы уйларға ваҡыт ҡалмай. Ҡала хакимиәтенең мәҙәниәт бүлегенә рәхмәт әйтер инем ошондай күргәҙмәләр үткәргән өсөн. Үҙебеҙҙең эштәрҙе күрһәтергә ошонда йүгерә-йүгерә киләбеҙ”.
2014 йылда Салауатта "Оҫталар иле" тип исемләнгән ижади берләшмә ойошторола. Картиналар галереяһында улар ҡул эштәре күргәҙмәләренән тыш, йәрминкәләр, оҫталыҡ дәрестәре уҙғара. "Селтәр" биҙәү-ҡулланма сәнғәт клубы ағзалары ла был сараларҙан ситтә ҡалмай, сәнғәттән айырылғыһыҙ булыуын күрһәтә".