Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Ғинуар 2020, 18:25

Коммуналь хеҙмәттәргә тарифтарҙы үҙаллы арттырырға ярамай

Коммуналь хеҙмәттәр күрһәтеүсе ойошмаларға тарифтарҙы үҙаллы арттырған өсөн штраф һала башлауҙары ихтимал.

Коммуналь хеҙмәттәр күрһәтеүсе ойошмаларға тарифтарҙы үҙаллы арттырған өсөн штраф һала башлауҙары ихтимал.
Дәүләт Думаһында бөгөн ошо мәсьәлә өйрәнелә. Быйыл уның буйынса закон проекты әҙерләп хөкүмәткә тапшырыу ҡарала. Министрҙар Кабинеты документты өйрәнеп сентябрь айында кире парламентҡа бирергә тейеш.
Депутаттар әйтеүенсә, ғәмәлдәге Торлаҡ кодексында был мәсьәлә көйләнмәгән. Ҡайһы бер төбәктәрҙә коммуналь хеҙмәттәр күрһәтеүсе ойошмаларҙың тарифтарҙы үҙаллы арттырыу осраҡтары йыш күренеш.
Законға төҙәтмәне Дәүләт Думаһының профилле комитетында ла, барлыҡ фракцияларҙа ла хупларға әҙерҙәр, сөнки хәҙер Торлаҡ кодексында ресурс менән тәьмин иткән ойошмалар өсөн айырым штрафтар юлы юҡ.
Штрафтың күләме тураһында әлегә мәғлүмәт юҡ.
Читайте нас: