Өфөлә йәш парға һөжүм иткән әҙәм аҡтыҡтарын эҙләйҙәр. Бәлки, ваҡиғаға шаһит булған кешеләр барҙыр? Һәр мәғлүмәттең файҙалы булыуы мөмкин, сөнки бәләгә тарыған йәштәр бик ауыр хәлдә дауаханала.
Ваҡиға 4 ғинуарға ҡаршы төндә Беренсе Май һәм Ҡулса урамдары киҫелешендә була. Йәштәрҙең яҡындары был хаҡта бөгөн, 9 ғинуарҙа, социаль селтәрҙә хәбәр иткән. Уларҙың һөйләүенсә, йәштәр, банкоматтан сыҡҡас, Ҡулса урамы буйлап 22-се йортҡа табан йүнәлә. Уларға 20-23 йәшлек ир һәм шул уҡ йәштәрҙәге ҡыҙ һөжүмгә ташлана. Йәштәрҙе аяҡтары менән иҫтән яҙғансы типкеләйҙәр, аҡса талап итәләр. Икеһе лә тора алмаҫлыҡ булғас, ҡыҙыл төҫтәге "Daewoo Nexia" автомобилендә ҡасалар.
"Кемдә видеорегистратор яҙмаһы бар, бәлки, күреүселәр табылыр, беҙгә мөрәжәғәт итһәгеҙ ине", - тип үтенеп һорай өфөләрҙән Юлиә Әхтәмова.
Ваҡиға урынына патруль-пост хеҙмәте экипажы оҙаҡ та үтмәй килеп еткән, видеокүҙәтеү яҙмаһы алынған, тикшереү эше дауам итә. Ә бәләгә тарыған йәштәрҙең хәле ауыр...