Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Ғинуар 2020, 21:55

Беҙ ҡапсыҡта ятмай

Краснояр крайында ун йыл элек башҡарылған енәйәт асыҡланған.

Краснояр крайында ун йыл элек башҡарылған енәйәт асыҡланған.Тикшереү фараздары буйынса, 14 йәшлек уҡыусы ҡыҙ 25 йәшлек ағаһының йорто янында спиртлы эсемлектәр ҡулланған. Егет тәүҙә һеңлеһен көсләгән, шунан һуң скотч менән быуған. Бының менән генә туҡтап ҡалмай енәйәтсе. Мәйетте ул ике метрлы соҡорға йәшерә һәм уны бетон менән ҡаплап ҡуя.
Әлеге ваҡытт енәйәтсе ҡулған алынған. "Кеше үлтереү" статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Енәйәтсе тәүҙә тикшереүселәрҙе бутарға уйлап, һеңлеһенең кәүҙәһен биҫтә артындағы торф соҡорона йәшереүен белдергән. Әммә һуңынан мәйеттең ыснында ҡайҙа йәшерелеүе асыҡланған. Георадар ярҙамында үлтерелгән ҡыҙҙың һөйәктәре табылған.
Читайте нас: