газета "Салауат"
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Ғинуар 2020, 18:30

Рәмил Шәмсетдинов ғәфү үтенеп хат яҙған

Байкал аръяғы крайында хеҙмәттәштәренә атҡан Рәмил Шәмсетдинов һәләк булған егеттәрҙең туғандарына асыҡ хат менән мөрәжәғәт иткән.

Байкал аръяғы крайында хеҙмәттәштәренә атҡан Рәмил Шәмсетдинов һәләк булған егеттәрҙең туғандарына асыҡ хат менән мөрәжәғәт иткән. Документтың төп нөсхәһен һалдаттың адвокаты Руслан Нәғиев раҫлаған. Рәмил был аҙымға барыуын артабан бындай мәсхәрәләүгә түҙә алмау менән аңлата. "Күрәһең, үҙемде яҡлау инстинкты барлыҡҡа килгән. Хәҙер генә кешеләргә ниндәй ҡайғы килтергәнемде, үҙемдең тормошомдо боҙғанымды аңлай башланым, – ти яҙған ул.
Рәмил Шәмсетдинов шулай уҡ уны яҡлап сыҡҡандарға рәхмәт белдерә.
Әйткәндәй, фажиғәлә һигеҙ кеше һәләк булды. Частағы бабайсылыҡ тәфтишселәр тарафынан раҫланған, шулай ҙа суд был хәлгә ҡарата ҡарар ҡабул итмәгән. Ғәйеплеләр үҙҙәренең ғәйебен таныны, ә Шәмсетдинов зыян күреүсе булараҡ билдәләнгән. Шул уҡ ваҡытта енәйәт эшен тикшереү дауам итә.
Фото: Интернет селтәренән.
Автор: Венер Исхаҡов ("Башҡортостан" гәзитенән) https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/R-mil-Sh-msetdinov--f--tenep-hat-ya-an-67433/
Читайте нас: