Рәсәй һәм Төркиә Президенттары Владимир Путин һәм Реджеп Тайип Эрдоган шаршамбы көн «Төрөк ағымы» газ үткәргесен эшләтеп ебәрҙе. Дәүләт башлыҡтары фекеренсә, был ваҡиға донъя державаларының хеҙмәттәшлегенә ыңғай тәьҫир итәсәк.
Рәсәй лидеры Владимир Путин төрөк коллегаһын «Төрөк ағымы» проектын тормошҡа ашырыуҙағы сәйәси ихтыяры өсөн рәхмәт белдерҙе.
- Төрөк властарына, Төркиә президентына газ үткәргесен төҙөүгә кәрәкле барлыҡ рөхсәт ҡағыҙҙарын һәм лицензияларын ваҡытында биреүе, иленең милли мәнфәғәттәренә яуап биргән һәм милли әһәмиәткә эйә булған проектты тормошҡа ашырыуҙа Төркиә президенты күрһәткән сәйәси ихтыяры өсөн айырым рәхмәт белдерге килә, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды РФ башлығы.
Ил етәксеһе киләсәктә Рәсәй һәм Төркиә төрлө өлкәләрҙә ике яҡ өсөн дә файҙалы күп яңы проекттарҙы тормошҡа ашырасаҡ, тип иҫәпләй.
«Төрөк ағымы» һуңғы осорҙағы Рәсәй-Төркиә энергетика проекттарының иң эреһе. Был газ үткәргес юлдан тора һәм һәр береһенең ҡеүәте 15,75 млрд кубометрға тиң. Тәүгеһе Рәсәй газын Төркиә ҡулланыусыларын, икенсеһе Көньяҡ һәм Көньяҡ-Көнсығыш Европа илдәрен тәьмин итеү өсөн тәғәйенләнгән.
#ВладимирПутин