газета "Салауат"
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Ғинуар 2020, 19:55

Заворотнюк тураһында ниндәй генә уйҙырмалар юҡ

Хәҙер килеп был ауырыуын ул бурыстарынан ҡотолор өсөн генә уйлап сығарған, тиҙәр.

Хәҙер килеп был ауырыуын ул бурыстарынан ҡотолор өсөн генә уйлап сығарған, тиҙәр. Дни.ру баҫмаһы белдереүенсә, күрәҙәсе Саона "Анастасия Заворотнюк кредит түләмәҫ өсөн яман шеш менән ауырыуын уйлап тапҡан, тип белдерә. Күрәҙәсе, артистканың 10 миллион һумға яҡын бурысы бар, ти.
- Ул бөтә нәмәне лә бурысын түләмәҫ өсөн уйлап тапҡан. Сумма бик ҙур. Әммә уға аҡсаны барыбер түләргә тура киләсәк, - ти Саона.
Саона әйтеүенсә, Анастасия кредиттың яртыһын ғына түләргә әҙер, ә ҡалғандарын ул ҡайтармаҫҡа тырыша. Әлеге ваҡытта Анастасия бурыстарынан ҡотолор өсөн документтар әҙерләй. Ул нимә менәндер ауырыуын ауырый, әммә яман шеш менән түгел.
Анастасия Заворотнюктың баш мейеһе яман шеше менән ауырыуы тураһындағы мәғлүмәт былтыр август айында ишетелгәйне. Әммә уның ауырыуы әлегә булһа рәсми раҫланмаған.
Бында ла ҙур шик тыуа, әлбиттә. Бурыстарынан ҡотолор өсөн генә ошо планды уйлап сығарыр микән ни артистка? Яман шеш, ысынлап та, яман сир бит. Уйлап һөйләһәң дә, уйлап һөйләргә кәрәктер. Ни генә тиһәк тә, бөтә нәмә әлегә сер булып ҡала. Сөнки Анастасияның үҙе лә, туғандары ла әлегә тиклем аныҡ ҡына мәғлүмәт бирмәй.
Читайте нас: