газета "Салауат"
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Ғинуар 2020, 18:55
Самолет ҡолаған...
Бөгөн иртән Иранда “Boeing 737” Украина лайнеры фажиғәгә тарый.
Бөгөн иртән Иранда “Boeing 737” Украина лайнеры фажиғәгә тарый. Был турала “
Tasnim
” Иран мәғлүмәт агентлығы хәбәр итә. Самолет иртәнге 7.42 сәғәттә Тегерандың Имам Хомейни исемендәге халыҡ-ара аэропортынан сыға һәм ике минут та үтмәй, ул ҡолай.
Самолет Тегерандан Киевтың “Борисполь” аэропортына юлланған һәм унда урындағы ваҡыт буйынса 8 сәғәт 10 минутта барып етергә тейеш булған.
Бортта бер мәғлүмәттәр буйынса 180, икенсеһе буйынса 167 пассажир булған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙың бөтәһе лә һәләк булған. Хәбәр ителеүенсә, авария техник сәбәптәр буйынса барлыҡҡа килгән.
Әлеге ваҡытта Тегерандың көньяҡ-көнбайыш сигендә, фажиғә урынында тәфтиш төркөмө эшләй. Рәсәйҙең сит илдәр министрлығы самолетта Рәсәй граждандарының булыу-булмауын асыҡлай.
Фото:
gottstat.com
Автор: Альфия Мингалиева ("Башҡортостан" гәзитенән) https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/Samolet-ola-an-66153/
Читайте нас:
Новости партнеров
Был стипендия кемдәргә түләнә?
На уровне молекул
Азык-төлеккә талон системасы кертелергә мөмкин