Бөгөн 53-сө балалар баҡсаһында "Яңы йыл ғаилә уйындары" республика фестивале сиктәрендә "Ҡышҡы нардуған" байрамы ойошторолдо. Унда ата-әсәләр балалары менән бергә бик әүҙем ҡатнашты һәм дәрт дарман, рухи байлыҡ алып таралыштылар. Матур байрам ойошторған балалар баҡсаһы коллективы ла, балаларына иғтибарын йәлләмәгән, ялдарын улар менән бергә файҙалы үткәргән ата-әсәләр ҙә, "Нардуған"да ихлас ҡатнашырға теләк белдергән кескәйҙәр ҙә оло ихтирамға лайыҡ. Уларға афарин, тип әйтергә ҡала.