Өфөнөң Комсомольская урамындағы бер йорттоң подъезында 12 йәшлек ҡыҙыҡайға “Тиҙ ярҙам” саҡырырға тура килә. Ул этил спирты эсеп ағыуланған. Ҡыҙҙы ашығыс рәүештә 22-се ҡала дауаханаһына оҙаталар. Әле уның һаулығы борсолоу тыуҙырмай. Әле ҡыҙҙың нисек ағыуланыу сәбәптәре тикшерелә.