газета "Салауат"
-20 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Ғинуар 2020, 18:40

Путин Раштыуа менән ҡотлай

Ил Президенты Владимир Путин православныйҙарҙы һәм барлыҡ Рәсәй халҡын Раштыуа байрамы менән ҡотланы.

Ил Президенты Владимир Путин православныйҙарҙы һәм барлыҡ Рәсәй халҡын Раштыуа байрамы менән ҡотланы.
“Изге Раштыуа көндәрендә бөтә донъяла миллионлаған кеше шатлыҡ һәм рух күтәренкелеге кисерә, быуындан быуынға тапшырылған күп быуатлыҡ йолалар менән үҙенең берҙәмлеген тоя. Уларҙың йөрәктәре мөхәббәт менән тулыша, изгелек һәм ғәҙеллектең еңеренә ышана. Йәмғиәттең рухи-әхлаҡи нигеҙҙәрен нығытыуҙа, беҙҙең тарихи һәм мәҙәни мираҫты һаҡлауҙа, йәштәрҙе тәрбиәләүҙә Рус православие сиркәүе һәм Рәсәйҙең башҡа христиан конфессиялары ҙур роль уйнай. Бындай ҙур һәм емешле эш бик мөһим, ул бик тәрән баһаға лайыҡ. Христиандарға һәм Раштыуаны байрам иткән барлыҡ Рәсәй халҡына һаулыҡ һәм именлек теләйем”, - тиелә ҡотлауҙа.
Читайте нас: