газета "Салауат"
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Ғинуар 2020, 18:05

Бушлай ҡарарға саҡыралар

“Салауат Юлаев” хоккей командаһы көйәрмәндәренә үҙенең матчтарын бушлай ҡарарға тәҡдим иткән.

“Салауат Юлаев” хоккей командаһы көйәрмәндәренә үҙенең матчтарын бушлай ҡарарға тәҡдим иткән.

Тиҙҙән хоккейсыларыбыҙ “Локомотив”ҡа ҡаршы уйнаясаҡ. Ә бына бушлай билет алыр өсөн бер нисә шартты үтәргә кәрәк. Шулай итеп, матчҡа эләгергә теләүселәр Яңы йыл байрамына кеүек сағыу, матур кейенеп килергә тейеш. Әйткәндәй, Ҡыш Бабайҙың кәпәсен кейеп кенә билет эләктерермен тип уйламағыҙ, образ тулы булырға тейеш. Өҫтәүенә, КХЛ регламентына ярашлы, биттәрҙе буярға һәм йәшерергә ярамай, битлектәр ҙә иҫәпкә алынмай.

Үрҙә әйтелгән шарттар теүәл үтәлһә, көйәрмәндәр күптән хыялланған билетын аласаҡ. Һәр матчта 50 билет бушлай таратыласаҡ, шуға бар фантазияғыҙҙы “егегеҙ” һәм билет эләктерегеҙ. Барыһы ла үҙегеҙҙән тора.
Фото: bash.news.
Автор: Айһылыу Низамова ("Башҡортостан" гәзитенән) https://bash.rbsmi.ru/articles/sport-m-turizm/Bushlay-arar-a-sa-iralar-65091/
Читайте нас: