Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Ғинуар 2020, 18:15

Бөйөр ҙә ҡуйыла, йөрәк тә...

Былтыр Башҡортостанда трансплантация үҫеше тарихында тәүге тапҡыр ағзаларҙы күсереп ултыртыу буйынса 50-нән ашыу операция яһалған, тип белдерҙеләр республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығында.

Былтыр Башҡортостанда трансплантация үҫеше тарихында тәүге тапҡыр ағзаларҙы күсереп ултыртыу буйынса 50-нән ашыу операция яһалған, тип белдерҙеләр республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығында.

Ҡыуатов исемендәге 1-се Республика клиник дауаханаһында бөйөрҙө күсереп ултыртыу буйынса беренсе операция 1996 йылда эшләнгән. Ошо ваҡыт эсендә Башҡортостанда бөтәһе 468 бөйөр күсереп ултыртылған. “2019 йыл йөрәкте күсереп ултыртыу буйынса ла рекордлы булды, — тип билдәләнеләр республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығында. — Быйыл алдағы йылдарҙағы өс йәки дүрт урынына ете операция яһалған”.
Әлеге ваҡытта Ҡыуатов исемендәге Республика дауаханаһында һәм Республика балалар клиник дауаханаһында — бөйөрҙө, бауырҙы, ә Республика кардиология үҙәгендә йөрәкте күсереп ултыртыу операциялары яһала.
— Бөгөн 155 пациент яңы бөйөр көтә. Башҡортостанда бөтәһе 1,2 меңдән ашыу кеше алмаштырыусы бөйөр терапияһында. Әле 66 кеше – бауырҙы, 22-һе йөрәкте күсереп ултыртыу операцияһына сиратта тора. Бынан тыш, ашҡаҙан аҫты биҙен күсереп ултыртыуға ла сират бар. Хәҙер унда 21 пациент операция көтә, — тип өҫтәнеләр министрлыҡта.
Автор: Рәшит Кәлимуллин ("Башҡортостан" гәзитенән) https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/b-y-r-uyyla-y-r-k-t-/
Читайте нас: