газета "Салауат"
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Ғинуар 2020, 22:55

Бәхетһеҙ хәлгә наушниктар сәбәпсе булған

Өфөлә 22 йәшлек егеттең үлеменә тап ошо наушниктар сәбәпсе булған.

Өфөлә 22 йәшлек егеттең үлеменә тап ошо наушниктар сәбәпсе булған. 6 ғинуарҙа уны ике тапҡыр автомобиль тапай, тип хәбәр итә Башҡортостандың ЮХХДИ-ның матбуғат хеҙмәте. Ведомствоның мәғлүмәттәре буйынса, егет СССР-ҙың 50 йыллығы урамында юлды тейеш булмаған урында үтмәксе булған. Шул саҡта уны Рихард Зорге урамынан Октябрь проспектына табан барыусы "Chevrolet Captiva" бәрҙергән. Егет бәрелеүҙән ҡаршы яҡ һыҙатҡа - "Volkswagen Polo" машинаһының тәгәрмәстәре аҫтына килеп төшә һәм шунда уҡ һәләк була. ЮХХДИ-ла әйтеүҙәренсә, егет наушниктарҙа булған.
Читайте нас: