Яҡын арала Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары бәлиғ булмаған балаларға снюс һатыуҙы тыйған закон ҡабул итәсәк. Был туралағы закон проектын республика прокуратураһы әҙерләгән.
Республика парламенты спикеры Константин Толкачев белдереүенсә, снюстар үҫмерҙәр өсөн электрон сигареттарға ҡарағанда ла ҙурыраҡ зыян килтерә,сөнки унда никотин күберәк. Башҡортостанда снюс ҡулланып балаларҙың реанимацияға эләккән осраҡтары ла булды.
Рәйес белдереүенсә, Федерация Советы Рәсәй Хөкүмәтенә мөрәжәғәт иткән һәм ҡануниәт кимәлендәге сикләү ҡабул ителгәнсе снюс менән сауҙа итеүҙе туҡтатыуҙы һораған.
“Тиҙ арала ҡануниәт кимәлендә тыйыу кәрәк. Ваҡыты еткәс, был ҡарар ил кимәлендә лә ҡабул ителер, тип ышанам. Тик әлегә ул юҡ. Беҙ республика законын ҡабул итеп проблеманы хәл итәсәкбеҙ”, - тине Константин Толкачев.
Алдараҡ хәбәр итеүебеҙсә, снюстар менән хәлде Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров шәхси контроле аҫтына алғас, республикала ул һатылмай башлағайны. Тик был ҡануниәт кимәлендә ҡабул ителмәгән, килешеү буйынса эшләнгәйне.
Автор: Альфия Мингалиева ("Башҡортостан" гәзитенән) https://bash.rbsmi.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/Zakon-da-snyus-a-arshi-64792/