газета "Салауат"
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Ғинуар 2020, 13:40

Тағы юл, тағы ҡорбандар

Кисә, 6 ғинуарҙа, булған юл-транспорт ваҡиғаһында бөтә ғаилә юҡҡа сыға, тиерлек.

Кисә, 6 ғинуарҙа, булған юл-транспорт ваҡиғаһында бөтә ғаилә юҡҡа сыға, тиерлек. М5 федераль трассаһында, Сим ҡалаһы янында, "Фольксваген Джетта" менән "Митсубиши Паджеро" бәрелешә. ЮХХДИ-ның матбуғат хеҙмәтенән алынған мәғлүмәттәр буйынса, "Фольксваген" водителе идараны юғалта һәм машина уйнаҡлай башлай. Ул ҡаршы һыҙатҡа сыға һәм ҙур машинаға барып бәрелә. Тиҙлеге лә бик юғары булған, шуға бәрелештең эҙемтәһе лә үтә аяныслы.
Авария һөҙөмтәһендә ваҡиға урынында 32 йәшлек ҡатын менән 11 йәшлек малай йән бирә. 37 йәшлек водитель "ашығыс ярҙам" машинаһында яҡты донъя менән хушлаша. Тағы бер бала - 13 йәшлек үҫмер әле ауыр хәлдә реанимацияла.
Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, һәләк булғандар - бер ғаилә ағзалары. Аварияның шарттары асыҡлана.
Юл хаталарҙы аямай. Ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәргә кәрәк тә бит...
Читайте нас: