газета "Салауат"
-8 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Ғинуар 2020, 23:00

Шәхси клиникалар йәлеп ителә

1 ғинуарҙан Рәсәйҙә 65 йәштән өлкәнерәк ауырыуҙарҙы өйҙә хәстәрләү өсөн шәхси медицина клиникалары йәлеп ителә.

1 ғинуарҙан Рәсәйҙә 65 йәштән өлкәнерәк ауырыуҙарҙы өйҙә хәстәрләү өсөн шәхси медицина клиникалары йәлеп ителә.
2019 йыл аҙағында ил Хөкүмәте ошондай ҡарар ҡабул итте. Пилот проекты 65 йәшлек һәм унан өлкәнерәк граждандарға медицина һәм социаль хеҙмәт күрһәтеү мөмкинлеген арттырыу өсөн Рәсәй төбәктәрендә тормошҡа ашырыла.
“Росстат” мәғлүмәттәренә ярашлы, әле илдә 146,3 миллион кешенең һәр дүртенсеһе (Рәсәй халҡының 24 проценты) эшкә һәләтле йәштән өлкәнерәк. Был граждандарҙың комплекслы медицина һәм социаль хеҙмәттәргә ихтыяжы юғары.
Шәхси медицина ойошмаларын билдәләнгән критерийҙар нигеҙендә халыҡты социаль яҡлау өлкәһендәге төбәк башҡарма власть органдары һайлап аласаҡ. Был органдар бюджет-ара трансферттарҙы бүлеү өсөн Рәсәй Хеҙмәт министрлығына тейешле документтарҙы ебәрәсәк.
Фото: novostipmr.com
Автор: Лилия Давлетбакова ("Башҡортостан" гәзитенән) https://bash.rbsmi.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/Sh-hsi-klinikalar-y-lep-itel-64741/
Читайте нас