газета "Салауат"
+20 °С
Облачно
Новости
6 Января 2020, 08:05

Сәләмәт булыу - үҙе бәхет

Республикала “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының ете төбәк проекты уңышлы бойомға ашырыла.

Добавить в предпочтительные источники Google
Республикала “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының ете төбәк проекты уңышлы бойомға ашырыла. Улар беренсе медик-санитар ярҙам күрһәтеү тармағын үҫтереүгә, балалар сәләмәтлеген хәстәрләүгә, йөрәк-ҡан һәм онкологик сирҙәргә ҡаршы көрәшкә,, медицина хеҙмәттәре экспортын киңәйтеү маҡсаттарына йүнәлтелгән. Шулай уҡ министрлыҡта әйтеүҙәренсә, берҙәм һанлы контур булдырыу планлаштырыла.
Ошо барлыҡ сараларҙы финанслау өсөн быйыл 5 миллиард һумдан ашыу аҡса бүлеү ҡаралған, тип билдәләнә ведомство мәғлүмәттәрендә.
Мәғлүм булыуынса, “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты хеҙмәткә һәләтле халыҡ араһында үлем осраҡтарын кәметеүҙе, беренсе медик-санитар ярҙам күрһәткән медицина ойошмаларында белгестәргә ҡытлыҡты яйға һалыуҙы, граждандарға кәмендә йылына бер тапҡыр медицина тикшереүе үткәреүҙе төп маҡсат итеп ҡуя.
2019 - 2024 йылдарҙа Рәсәйҙә был милли проектты тормошҡа ашырыу өсөн 1,7 триллион һумдан ашыу сығым бүлеү планлаштырыла.
#Миллипроекттар
Читайте нас